Все новости
Һайлау
15 Сентября 2020, 19:00

Заман менән бергә

Дамир БАЙГИЛДИН, Көйөргәҙе районы Советы депутаты:- Ике йыл Киров хужалығын етәкләйем. Ошо ваҡыт эсендә берәү ҙә үҙ тәҡдиме менән, йәки, ниндәй ярҙам кәрәк тип кергәне булманы (ярҙам ғына һорайҙар). Шуға ла, хужалыҡтарҙан да берәй депутат булһын тип, был аҙымға барған эш.

Дамир БАЙГИЛДИН, Көйөргәҙе районы Советы депутаты:
- Ике йыл Киров хужалығын етәкләйем. Ошо ваҡыт эсендә берәү ҙә үҙ тәҡдиме менән, йәки, ниндәй ярҙам кәрәк тип кергәне булманы (ярҙам ғына һорайҙар). Шуға ла, хужалыҡтарҙан да берәй депутат булһын тип, был аҙымға барған эш. Аңлайым, депутат булыу тағы ла яуаплылыҡты нығыраҡ өҫтәй. Шулай ҙа, халыҡ ышанып һайлаған икән, мин шатмын һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн бар көсөмде һаласаҡмын.
Күп ерҙәрҙә булған бар, сағыштырырлыҡ урындар ҙа етерлек. Киләсәктә, булған етешһеҙлектәребеҙҙе бөтөрөп, беҙҙән алда киткән илдәрҙе ҡыуып етергә тигән хыял миндә. Бер һүҙ менән әйткәндә, заман менән бергә атлап, заманса йәшәргә тырышасаҡбыҙ.
Читайте нас: