9 кандидат, 14 партия, башың әйләнеп сығыр, етмәһә, агитация материалдарын гәзиттә биреү ике осорға бүленгән - август, сентябрь, шунлыҡтан агитматериалға урын остоҡ ҡына ҡала. Башҡа илдәрҙә ике генә партия алыша, йәрәбәләре лә рәхәт кенәлер, урындары ла ҙурҙыр - ике ун дүрт түгел. Ҡалай булһа ла, йәрәбә үтте, агитация хаттарын баҫырға ғына ҡалды.
"Ғүмерем минең сәйер уйын булды,
Серле бер йәрәбә - тотоштан,
Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп,
Отолоуҙар менән отоштар".
Һайлауҙар ҙа үтер, йәйҙәр көҙгә алмашыныр, тормоштағы отоштарыбыҙ күберәк булһын ине.