Һайлау
16 Сентября 2021, 03:39

Башҡа мөгөҙ үҫмәһен

"Юшатырзар, hayмыhыгыз! Оят булha ла, hopaйым эле:беззен районда нисэ партия ойошмаhы бар ул? Бер партиянан башка юкмы эллэ? Быйыл уларзы ла кургэн юк, haйлау алдынан береhe лэ килмэне, агитация вообще юк. Ана, Уфала хоть haйлаусыларзан наказ йыйып йоройзэр.. Без кем осон тауыш бирэйек икэн?"

Башҡа мөгөҙ үҫмәһенБашҡа мөгөҙ үҫмәһен
Башҡа мөгөҙ үҫмәһен

Бер уҡыуыбыҙ шулай аптырап яҙған. Быйыл Дума һайлауҙарына һәммәһе 14 партия, 9 кандидат китеп бара - рәхәтләнеп һайла.  

Агитация тигәндән, үҙҙәре белә: кемдер ныҡлап йәбеште, һәр һайлаусы өсөн көрәшә һымаҡ, икенселәре күҙгә бик салынмай - әллә барыһына әле үк ҡул һелтәне. Наказдар буйынса ла, был фантикка ни наказ тигән ише, алда нимә килеп сығыры билдәһеҙ, мәҫәлән, беҙгә пенсия реформаһын үткәрәбеҙ тип береһе лә алдан әйтмәне, йәки шул-шул йылда пандемия була, һеҙгә дөгө-туҡмас таратырбыҙ тип вәғәҙә бирмәне. Шулай икән, биғәйбә, һәр кем үҙенең тәжрибәһе, аҡылынан сығып, ҡарар ҡабул итә. Беҙ һайлағандар һуңынан үҙебеҙгә хыянат итмәһен дә башҡа мөгөҙ үҫмәһен. Юҡһа, хыянаттарҙы кисерә, мөгөҙ күтәреп йөрөй торғас, йөрәк туҙып бөткән. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас