Билдәле, хакимиәттәр өсөн, бәлки, башҡаларға ҡарағанда ла, был көндәр көсөргәнешлерәктер. Шылт иткән өсөн дә улар яуаплы ла.
Урал Ибраһимов бөгөн тышта ҡараңғы саҡта уҡ торҙо. Хәйер, мыңарсы ла түшәктә оҙаҡ ята белмәне, шел яуаплы эштә йөрөй ҙә. Уңғарға барырға кәрәк, был участка уның өлөшөнә төштө. Уңарҙар - әүем халыҡ, шуға тыныс, ойошҡанлыҡ менән үтер был көндәр, шунан һуң йылы түшәктә оҙағыраҡ ятырға ла булыр.