Һайлау
17 Сентября 2021, 11:36

Йырлап йәшәйек

Тамаҡ туйҙы, йырларға ла ярай тигән ише, беҙ ҙә дәртле баҫып киттек һайлауҙарға.

Йырлап йәшәйекЙырлап йәшәйек
Йырлап йәшәйек

Бер яҙыусы, Париждамы, ҡайҙа, ҙур китап күргәҙмәһенә барып эләгеп, ундағы китаптарҙы күргәс, анау сама томдар араһында минең яҙғандарым нимә генә инде тигән. Шуның шикелле, беҙ ҙә - өс кеше - миллиондар араһында беҙҙең тауыш нимә генә инде тигән хилаф уйға төшә яҙғайныҡ, аҙаҡ барып етте: илгә һәр кемдең тауышы мөһим, өсәү янына бишәү, шулай йыйыла ла халыҡ фекере. Бюллетендәрҙе төшөргәндә лә уйҙар өҫтәл янынан китә алманы: мул йәшәйек, йырлап йәшәйек.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас