

Айбулат Үлмәҫбаев, полиция лейтенанты, был көндәрҙә өйөнә ҡайтып та килмәй тиергә була, участкала тәртип булһын тип тора, етмәһә, үҙе ҡараған, Таймаҫтан башҡа, Зәк-Ишмәт, Свобода ауыл биләмәләренә лә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк -уның төп эшен башҡа береһе лә эшләмәй.
- Таймаҫ ауылында һайлауҙар барышында закон һағында торам. Барыһы ла тейешле бара, закон боҙоу осрағы юҡ, барыһы ла яҡшы ойошторолған. Кисә тәүге көн булғанғамы халыҡ әүҙемерәк ине, бөгөн халыҡ әҙерәк.