Все новости
Һайлау
18 Сентября 2021, 12:52

Бына һиңә сюрприз

Һайлауға барғанда күргәҙмәне күреү, музыка ишетеү (уны күптәр ҡысҡыртып ҡуя) йәки сәй эсеү (ҡайһы бер участкаларҙа сәй менән дә һыйлайҙар икән) бик һәйбәт. Шулай ҙа береһе лә был һайлауҙарға Зәлифә апай Исмәғилева һымаҡ ҡыуанмағандыр, уның һымаҡ береһен дә сюрприз көтмәгәндер. 

Бына һиңә сюрприз
Бына һиңә сюрприз
Тауыш бирәм тип килеп кереүе булған, ә бында ҡыҙҙар уны һыуәйҙәләп көтөп тә тора, ҡулына бүләген, матур гөлләмәһен дә тоттора. Әллә күпме изге теләктәрен теҙә. Зәлифә Фәтҡелислам ҡыҙының тыуған көнө. Бөгөн. Һайлау - ныҡ мәшәҡәтле эш, шулай ҙа комиссия ағзалары апалары тураһында онотмауы ныҡ яҡшы. 
Тыуған көнөгөҙ менән, Зәлифә апай!
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: