Все новости
Һайлау
19 Сентября 2021, 10:09

Хәүефләнмәй йәшәйек

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Марат Әглиев үҙ иленең ысын патриоты.- Илебеҙ, республикабыҙ яҙмышы өсөн һәр кеше үҙ тауышын мотлаҡ бирергә тейеш.

Хәүефләнмәй йәшәйек
Хәүефләнмәй йәшәйек

Киләсәк тормошобоҙ өсөн битараф булмайыҡ. Быға тиклем бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ һәм киләсәктә лә мотлаҡ үҙ тауышымды бирәсәкмен, - ти бар ерҙә лә тәртип яратҡан ағай. Ул, ҡайһы берҙә, хәүефһеҙлек сараларын тикшереп һайлау участкаларында үҙе лә дежур итә. Марат Нәзим улы янғын бүлеге ҡарауылсыһы начальнигы булып эшләй. Ғүмер буйы башҡарған эшен намыҫ менән үтәй ул, быны дәлилләгән ете миҙалы, Почет, маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: