Кемгә нисектер, беҙҙең өсөн был вазифаға Марина Букрееванан да ҡулайлыраҡ дәғүәсе булмаҫ кеүек ине. Ул был эштә әллә нисәмә йыл (ауыл хакимиәте эшендә), башлыҡ урынбаҫары булып оҙай ваҡыт эшләне, аҙаҡ, башлыҡ эштән бушатылғас, силсәүиттеү иң төп кешеһе булып, хакимиәт йөгөн үҙе тартты - ваҡытлыса башлыҡ тигән исем менән. Ермолаево ауыл ғына булһа ла, райондың мәркәзе, бик ауыр өлкә, Көйөргәҙеләге иң ҙур биләмә, тимәк, проблемалары ла ҙур. Һәм бына, беҙҙең күҙҙалағаныбыҙ тормошҡа ашты - Марина Владимировна башлыҡ булып һайланды.
- Ермолаево бер үҙе генә түгел, беҙҙең биләмәгә Айсыуаҡ, Ҡунаҡбай, Молокан, Сандин ҡарай. Эштәр, хәл ителмәгән проблемалар һанап бөткөһөҙ. Иң тәү бәлә тип, мин юлдарнҙы атар инем. Тирә-яҡ мөхит тә беҙҙең эште көтә. Сүп проблемаһы, һыу.... Һеҙгә был турала әллә нисә һөйләгән булды. Ҡайҙа төртөлмә - шунда ҙур һорау. Ваҡыт беҙҙе һайлаған, мыжып улытырып ҡына булмай, бергәләп алға барырға тырышырбыҙ. Миңә ҙур ышаныс белдергән, терәк-таяныс булған, тауышын биргән, барыһына ла ҙур рәхмәт, ышанысты бар көсөм-һәләтем менән аҡларға тырышырмын.
Яңы башлыҡ беҙгә ошоларҙы әйтте, ваҡыты тығыҙ, оҙаҡлап гәпләшергә әмәл булманы - шулай ҙа барыһы ла асыҡ, аңлайышлы - эшләргә һәм эшләргә кәрәк. Уңыштар һеҙгә, Марина Владимировна, эшегеҙ тынғыһыҙ булһа ла, йәнегеҙҙең тыныс, ҡәнәғәт мәле күберәк булһын.