...Халыҡ һайлауға килмәҫ тигән ҡурҡыу булды – кешенең был сәйәси ваҡиғаға ышанысы кәмегән, дәрте һүрелгән. Шуға, мөмкин тиклем был дәртте ҡуҙғытырға тырыштылар. Бына иң йәш кеше килде һайлауға, уға бүләк бирҙеләр, бына иң ҡарты килде, уға шәл ябындырҙылар. Башҡортостанда бер бик оло ағай, участкала һайлап бөткәс, һәммә халыҡҡа, аяҡтарын айырып, шпагатҡа ултырып күрһәткән, был яңылыҡты бик шәп яңылыҡ тип күрһәттеләр, һайлау урыны цирк аренаһы, әйтерһең. Килегеҙ – һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ, кем өзләй, ә кем тәкмәс ата белә. Әйткәндәй, республика буйынса һайлауға иң аҙ барған халыҡ – Күмертау халҡы булды - 45%. Әллә халыҡтың дәрте бөткән, әллә күбеһе Себерҙә йөрөп ҡалды.
Күмертау һәм Көйөргәҙе районы нимә көттө был һайлауҙан? Юлдар яҡшырыр, эш урындары булыр тинеме икән? Эш хаҡтары артыр, бензинға, төҙөлөш материалдарына хаҡтар, киреһенсә, төшөр тигәндәрҙер. Бәлки, күңелдәре йомшарып китеп, пенсия йәшен кире төшөрөрҙәр, юҡһа, илдә пенсияға сығыу йәшенә етә алмай халыҡтың 33% -ы үлә. Һәр кемдең үҙ ауыртҡан ере.
Өмөт. Һәр нәмәнән әҙәм балаһы яҡшылыҡ көтә. Күп осраҡта, дөрөҫ, һемәйеп ҡала, шулай ҙа өмөтөн һүндермәй. Ошо хис беҙҙе йәшәтәлер ҙә. Нисек булһа ла, был юлы һемәйеүҙәр аҙыраҡ булһын ине. Хәйер, һемәйһәк тә, ҡурҡыныс бик юҡ, өмөт барыбер ҡаласаҡ.
Мәҡәлә тулы килеш бөгөн гәзиттә сыҡты.