+13 °С
Облачно


"Искра" ауыл хужалығы эшселәре бар нимәне лә үҙ ваҡытында эшләргә күнеккәндәр һәм был юлы ла шулай булды. Яҡшымбәт ауылындағы 2546-сы һанлы һайлау участкаһына, иртәнге һауындан һуң, уңған апайҙар үҙ гражданлыҡ бурыстарын үтәргә килеп тә еттеләр.
"Илебеҙ яҙмышы өсөн битараф булмаған ошондай апайҙар булғанда, барыһы ла яҡшы булыр", - ти Яҡшымбәт һайлау участка комиссия ағзаһы Азат Ғәлиев.