Һайлау
20 Сентября , 03:53

Юлбарисовтар ғаиләһе үҙ һүҙен әйтте

Республикабыҙҙа үткән мөһим сәйәси сарала — һайлауҙа — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Юлбарисов Рәжәп Рамаҙан улы ла үҙенең тормош иптәше менән әүҙем ҡатнашты.

Юлбарисовтар ғаиләһе үҙ һүҙен әйттеЮлбарисовтар ғаиләһе үҙ һүҙен әйтте
Юлбарисовтар ғаиләһе үҙ һүҙен әйтте

Улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, илдең артабанғы үҫеше һәм киләсәге өсөн тауыш бирҙеләр.
— Һайлау — был һәр беребеҙҙең киләсәккә булған мөнәсәбәтебеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге. Беҙ бөгөн илдең аяҙ киләсәге, тыныс тормошо һәм артабанғы үҫеше өсөн үҙ һүҙебеҙҙе әйттек. Табип булараҡ, мин халыҡтың именлеген, сәләмәтлеген теләйем. Ә был киләсәк беҙҙең дөрөҫ һайлауыбыҙға бәйле, — ти Яңы Морапталда йәшәүсе Рәжәп Рамаҙан улы.

Автор:
Читайте нас