Пенсияға сығып та, эшләп йөрөгән кешеләр күп түгел. Был йәһәттән күберәген ғүмере буйы йылы урында ултырып, хөкүмәт машинаһында йөрөп, табиптар яҡшылап ҡараған дауаханаларҙа, шифаханаларҙа дауаланған етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар шундай аҙымға бара. Күбеһенең һаулыҡтары шәп. Улар эшләмәй кем эшләһен. Ә бына ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән 60 йәшлек бер ауылдашым фермаға эшкә сығып ҡарағайны ла, булдыра алманы. Һаулығы етмәй. Эштән кеше үлмәй, тиҙәр. Ауыр физик эш бөтөрә шул кешене. Мин дә ғүмерем буйы тракторсы булып эшләнем. Хәҙер яҙырға бармаҡтарым эшкинмәй. Төп әйтәһе һүҙем шул: пенсия йәшен категорияға ҡарап оҙайтырға кәрәк. Ә барыһын да бер епкә теҙергә түгел.