Рәсәй Хөкүмәте башлығының пенсия йәшен арттырыу тураһындағы сығышы аяҙ көндә йәшен атҡан һымаҡ булды. «Юшатыр» гәзитендә күтәрелгән проблема бик дөрөҫ, уның мораль яғы бар.
Бигерәк тә, пенсияға сығырға бер йыл ҡалған ир-ат өсөн. Ауылыбыҙҙағы мин белгән бер нисә кеше, Алла бирһә, пенсияһын да аласаҡбыҙ, һаулыҡ бар әле, эшләп тә йөрөйәсәкбеҙ, балаларға ярҙам итергә кәрәк бит, тигән өмөт менән йәшәй, пенсияға документтар әҙерләп йөрөй ине. Көтөлмәгән был яңылыҡтан улар ҡаушап ҡалды, әйтерһең дә, баштарына күҫәк менән тондорҙолар. Был улар өсөн дә, ғаиләләре, балалары өсөн дә стресс булды.
Пенсия йәшен ҡапыл тота килеп шулай оҙайтыу бөтөнләй ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Тракторсы креслола ултырған чиновник түгел. Кешенең сәләмәтлеге, физик хәл-торошо ла иҫәпкә алынырға тейеш. Унан ҡала хәҙер оҙон ғүмерлеләр йылдан-йыл кәмей. Мәҫәлән, Яҡутта 70 йәшкә етеүселәр 2-әү генә. Морапталда 80 йәшкә етеүселәр 5 кенә кеше, 60-ҡа етеүселәр әлегә күберәк. Оҙон ғүмерлеләр йылдан-йыл кәмей. Тағы бер ун йылдан 60 йәшкә етеүселәр тағы ла аҙыраҡ буласаҡ. Хөкүмәт илебеҙҙең бына шул демографик үҙенсәлектәрен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш ине. Беҙҙә тоталар ҙа сит ил тәжрибәһен яһалма рәүештә индерәләр. Улар күбеһенсә уңышлы килеп сыҡмай.
Бөгөн эш йәшендәге эшләмәй йөрөгәндәр күп, йә улар шәхси кешегә (байҙарға) эшләп, эш хаҡын ҡулдан, конвертта ала. Тәүҙә ана шул мәсьәләләрҙе ҡараһындар. Юғиһә, уларҙың эш хаҡының 50 проценты байҙар кеҫәһендә тороп ҡала.
Хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, күп кешенең һаулығы юҡ. Был илебеҙҙең социаль-иҡтисади тормошона, социаль ғәҙелһеҙлеккә бәйле. Күп кешеләрҙә алдағы тормошҡа ышаныс юҡ. Ә был стресҡа килтерә. Стрестар иһә үҙ сиратында ҡан баҫымының күтәрелеүенә, шәкәр диабетына, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына юлыҡтыра. Шул арҡала күптәр 60-ҡа ла етмәй яҡты донъя менән хушлаша. Ә беҙ, быларҙы күрмәмешкә һалышып, пенсия йәшен күтәреү менән шөғөлләнәбеҙ…
Элекке тормошто, Совет системаһын нисек кенә яманламаһындар, ул кешеләрҙә ышаныс тәрбиәләй белде. Бар кешеләр ҙә тигеҙ социаль тормошта йәшәне. Элек, мәҫәлән, комбайнсы ураҡта биш көн эшләһә, уның агрегатына ҡыҙыл флаг ҡаҙап китә торғайнылар. Ул кешене мораль яҡтан дәртләндерҙе.
Хөкүмәт пенсия йәшен арттырыу менән шөғөлләнгәнсе һалым түләүҙең прогрессив шкалаһын индерһен ине. Был турала ҡасандан бирле һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, тик ишетеүсе генә юҡ.
Рәжәп ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
Яңы Мораптал ауылы