Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
23 Ноября 2018, 13:01

БАШ ВРАЧ ҮҘЕ КИЛДЕ

Бахмут ауылынан Радий Хәбировҡа ялыу яҙғайнылар. «Юшатыр»ҙа ул ялыуҙар баҫылды. Бик күп проблемаларын теҙгәндәр ине бахмуттар, шуларҙың береһе - ауылда табип булмауы.

Бахмут ауылынан Радий Хәбировҡа ялыу яҙғайнылар. «Юшатыр»ҙа ул ялыуҙар баҫылды. Бик күп проблемаларын теҙгәндәр ине бахмуттар, шуларҙың береһе - ауылда табип булмауы.


Ошо көндәрҙә Күмертау дауаханаһының баш врачы Олег Астахов үҙе Бахмутҡа барып, халыҡтың хәлен белеште. «Амбулаторияғыҙ арыу, врач ҡына юҡ, уны ентекләп эҙләйбеҙ, «Земский доктор» программаһына кертеп, бер миллион һум ҡулына тотторорға ла әҙербеҙ, тик әлегә миллион артынан береһе лә килмәй шул», - тине Олег Анатольевич халыҡ менән осрашыуҙа.
Читайте нас: