Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
14 Декабря 2018, 12:21

50 ҺУМ ДА ЕТКӘН

«Юшатыр» гәзитенең 7 декабрҙәге һанында баҫылған мәҡәләһендә Розалия Назарова: «Хаҡтар билдәле булды», - тип яҙғайны. Унда һүҙ яңы йылдан башлап ҡаты ҡалдыҡтар өсөн күпме түләй башлаясағыбыҙ тураһында ине. Бик күп кешеләрҙең фекерҙәре лә бирелгән ине. Мин дә үҙ фекерҙәрем менән бүлешеп китмәксе булдым.

«Юшатыр» гәзитенең 7 декабрҙәге һанында баҫылған мәҡәләһендә Розалия Назарова: «Хаҡтар билдәле булды», - тип яҙғайны. Унда һүҙ яңы йылдан башлап ҡаты ҡалдыҡтар өсөн күпме түләй башлаясағыбыҙ тураһында ине. Бик күп кешеләрҙең фекерҙәре лә бирелгән ине. Мин дә үҙ фекерҙәрем менән бүлешеп китмәксе булдым.


Тиҙҙән ҡалала күп фатирлы йортта торғандар ай һайын һәр кешегә 108 һум, ә ҡалала үҙ йорттарында һәм ауылда торғандар 155 һум түләргә тейеш була. 10 декабрь көнө Радий Хәбиров кәңәшмә үткәреп, хаҡтарҙы кәметергә ҡушты. Башҡортостанда тәүҙә хаҡтар 135 һум һәм 185 һум ине. Беҙҙең республикала һәр ваҡыт артыҡ була инде ул.

Һеҙгә нисектер, ә мине ошо хаҡтар ныҡ аптырашҡа ҡалдыра. Шул хаҡтарҙы кемдәр иҫәпләп сығарған икән? Әле беҙ, ошо көндә ҡалала үҙ йортобоҙҙа йәшәгән кешеләр, бер кешегә айына 45 һум да 18 тин түләйбеҙ. Әгәр ҙә уйлап һәм иҫәпләп ҡараһаң, хаҡтар 343%-ҡа артҡан булып сыға, ә ҡалала күп ҡатлы йорттарҙа йшәгән кешеләрҙән «Содержание һәм текущий ремонт» тип, квадрат метрға 23 һум 66 тин тоталар. Әгәр ҙә фатирың 54 квадрат метр булһа, ай һайын 1277 һум 64 тин аҡсаңды түләтәләр. Шулай итеп беҙҙән меңәрләп тотҡан аҡсалар ҡайҙа китә икән? Шуны тикшерһендәр ине. Иҫәпләп ҡараһаң, Рәсәй буйлап миллиардлап аҡса йыйыла. Бына ҡайҙа настоящий коррупция. Һуңғы йылдарҙа депутаттар 100-ләп закон сығаралар ҙа, ә һуңынан инде шул закондарҙы киренән төҙәтәләр. Артабан штрафтар, пенялар менән ҡурҡытып аҡса йыялар. Әлеге көндәге сүп-сар өсөн түләү менән бәйле был законды бөтөнләй яраҡһыҙ тип табырға мөмкин.

Ҡалала шәхси йортта һәм ауылда йәшәгәндәр өсөн 155 һум бигерәк күп ул. Яңы тыуған сабый ҙа, түшәктә ауырып ятҡан оло кешегә лә шул уҡ хаҡ килеп сыға. Был законды сығарыр алдынан, сүп-сарҙы ҡайҙа ташыйҙар, ниндәй машина ташый, сорттарға айырыу пункты ҡайҙа, нисә кеше эшләй, бөтәһен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Тот та, уйланмаған хаҡ ҡуй инде. Был законды сығарып, ошондай хаҡ ҡуйған депутаттар төптән уйлап эш итмәгәндәр. Уларға нимә инде, бик ҙур эш хаҡы алып ултырған кешеләргә халыҡ кәрәкме ни? Улар өсөн был аҡса пүстәк кенә. Ә ауылда 10 мең һум пенсия алып йәшәгәндәр өсөн был ҙур аҡса.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡалала үҙеңдең йортоңда торған һәм ауылда йәшәгән кешеләр өсөн хаҡ күпкә ҡыйбатыраҡ. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәргә ҡарағанда, үҙеңдең йортоңда торғандар күберәк ашаймы икән ни? Шунан һуң күберәк отход сығарамы икән? Төптән уйлап ҡараһаң, киреһенсә килеп сыға бит. Мәҫәлән, минең үҙемдең йортомда мунса бар. Яна торған бөтә нәмәне мунсаға яғам, ә янмаған бәрәңге ҡабығын, йәшелсә-емеш ҡабығын, мунса көлөн, ашлама итеп яндырып, бәрәңге еренә түгәм, ә инде ҡош-ҡорт һөйәген эт ашай. Ауылда торған кешеләрҙең дә хәле шулайҙыр инде.

Тағы шуны әйтергә кәрәк: беҙ магазиндан әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыу һатып алған саҡта беҙҙән бит 18% НДС алып ҡалалар, ә 2019 йылдан ул 20% була. Шулай булғас, хөкүмәт НДС тотмаһын йәки сүп-сар өсөн үҙе түләһен.

Быныһын да әйтмәйенсә булмай: йәш ярымдан һуң хөкүмәт балаға айына 150 һум пособие түләй. Был бала айына бер тапҡыр ғына булһа ла рәхәтләнеп кәнфит ашау урынына, теге 150 һум тәңкәне сүп-сар өсөн кире бирә, етмәһә, 5 һум бурысҡа ла бата әле. Ошо балалар хаҡында закон сығарған ваҡытта депутаттар, чиновниктар әҙ генә булһа ла уйланылармы икән?..

Сүп-сар йыйыу ауылдарҙа ауылы-ауылы, силсәүите-силсәүите менән сход ваҡытында хәл ителергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта газ, свет, һыу өсөн килешеү төҙөшөп түләйбеҙ бит. Шулай булғас, сүп-сар өсөн дә килешеү төҙөшөп хәл итһендәр, кемдекен ташырға, ә кемдекен юҡ. Кемдәр риза, кемдәр юҡ, тигәндәй. Алдағы көндәрҙә хаҡтар нисек булыр, донъя күрһәтер. Радий Хәбиров үҙе тотондо бит был эшкә. Әммә ләкин бөтә нәмәгә риза булып ятырға ярамай. Минеңсә, үҙ йортоңда йәшәгәндәргә бер кешегә айына 50 һум да еткән.
Читайте нас: