Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
15 Февраля 2019, 13:21

90 йәшен дә ҡаршыларға яҙһын!

«Юшатыр» гәзитенең 5 февралдәге 11-се һанында баҫылған «Халыҡ һөйөүе — иң ҙур баһа» тигән мәҡәләне уҡығас, мин дә Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты — Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәйле үҙемдең хәтирәләрем һәм шулай уҡ ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашып китмәксемен.

«Юшатыр» гәзитенең 5 февралдәге 11-се һанында баҫылған «Халыҡ һөйөүе — иң ҙур баһа» тигән мәҡәләне уҡығас, мин дә Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты — Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәйле үҙемдең хәтирәләрем һәм шулай уҡ ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашып китмәксемен.

Ысынлап та, Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһында беренселәрҙән булып Суверенитет алған Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты.

Мин үҙем Көйөргәҙе районы 1-се Кинйә ауылында тыуып үҫһәм дә, беҙҙең бабайҙар Күгәрсен районының Бесәнсе тигән ауылынан. 1760 йылдарҙа беҙҙең тәүге быуын кешеһе Иҫәнаман Кинйә Арыҫланов менән берлектә Кинйә ауылына нигеҙ һалғандар. Шулай булғас, бәлки, беҙҙең Иҫәнаман олатай Мортаза Рәхимовтың олаталары менән бергә ҡатнашып та йәшәгәндәрҙер, тип фараз итергә була. Шуғалырмы Мортаза Рәхимов минең өсөн яҡын кеше һанала.

Мин Мортаза Ғөбәйҙулла улын беренсе мәртәбә 1993 йылдың июнь айында 2-се Кинйәгә (хәҙерге Кинйәабыҙ) ауылына Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 270 йыллығына килгәнендә күрҙем. Ул шул ваҡытта Кинйә Арыҫлановтың буласаҡ музейына нигеҙ ташы һалып киткәйне. Бер-ике йылдан һуң, музей төҙөлөп бөткәс, музейҙы асыу тантанаһына тағы ла килде. Мортаза Рәхимов ауылдарҙа, ҡалаларҙа күп йөрөнө һәм мәктәптәр, төрлө башҡа объекттар төҙөттө, ауылдарға газ үткәрергә ярҙам итте.

Үҙемде бик ныҡ һоҡландырған тағы бер ваҡиға хаҡында яҙып китмәксемен. Мин 1997-1998 йылдарҙа «Таймаҫ» совхозында директор булып эшләнем. Әлегеләй хәтеремдә: 1998 йылдың ҡышҡы һыуыҡ ғинуар айында Яңы Таймаҫ ауылында урынлашҡан ҡаҙанлыҡ (котельный) янды. Социаль объекттар, производство объекттары һәм шулай уҡ 100 фатир йылытыуҙан мәхрүм ҡалды. Ҡаҙанлыҡты бер тәүлектә ремонтланыҡ та ул, әммә ләкин икенсе йылына уны ҡулланып булмай ине. Конденсат юҡ, булһа ла хаҡы ҡыйбат. Брикет фабрикаһы ябылған, утын юҡ. Шулай булғас, тиҙ арала ауылға газ үткәреү мәсьәләһе килеп тыуҙы.

Райондың архитектура бүлеген етәкләгән Айҙар Хәлил улы Яҡшыбаев етәкселегендә бергәләп тикшереп сыҡҡандан һуң Мортаза Рәхимов исеменә хат яҙҙыҡ. Оҙаҡ та көттөрмәй Президент хакимиәтенән рөхсәт ҡағыҙы килеп тә төштө. 1998 йылдың 1-се майына 5 вагон торбалар килде. Мине шул ваҡытта Мортаза Рәхимовтың тиҙ эш итеүе, халҡым, тип янып-көйөүе һоҡландырҙы. Ул ваҡытта заманаһы нисек ине бит әле, кешеләр йылдар буйы эш хаҡы ала алмай йөрөгән заман. Газ үткәреү тигәс тә, кеҫәнән сығарҙың да һалдың түгел, әлбиттә. Был ваҡытта төрлө ҡаршылыҡтар, төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде. Шулай итеп Яңы Муса ауылынан Лена, Ялсыҡай аша үтеп, бер йәй эсендә 18 км газ торбаһын һуҙып, 1998 йылдың 30 декабрендә Яңы Таймаҫ ауылына газ тоҡандырылды. Бына ошо бәләкәй генә миҫалда ла Мортаза Рәхимовтың ябайлығы, халыҡсанлығы, тырышлығы, эште аҙағына ҡәҙәре алып барып еткереүе күренә. Уның был сифаттары Башҡортостан халҡына һәм башҡа етәкселәргә үрнәк булып тора. Әгәр ҙә Мортаза Рәхимовтың ярҙамы булмаһа, газ мәсьәләһен башҡарып сығып булмаҫ ине. Журналист Айнур Кәбиров аҙна яңылыҡтарында: «Һигеҙ йыл буйына Мортаза Рәхимовтың исемен әйтергә ҡушманылар», - тип әйткәйне. Быны нисек аңларға була? Был көнсөллөкмө, әллә башҡорт халҡын һанға һуҡмаумы? Бүтәнсә бер нисек тә аңлатып булмай. Ярай әле, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килде. Әгәр ҙә ул килмәгән булһа, Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙарын телевизор аша күрмәгән дә булыр инек. Шулай итеп оло кешене хөрмәт иткәне өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ һәм уға иҫәнлек-һаулыҡ, ҙур эштәр башҡарыуын теләйбеҙ. Ил ағаһына — 85 йәш. Ғүмер ул тиҙ уҙа. Бер ишектән кереп, икенсеһенән сыҡҡан кеүек кенә. Шулай булғас, кешенең эшләгән эштәрен үҙе тере ваҡытта уҡ күрергә тейешлебеҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында кино төшөрөргә, фотоальбом эшләргә, музей асырға, төрлө материалдар йыйып, китап сығарырға кәрәк. Шулай уҡ Башҡортостандың 100 билдәле шәхесе исемлегенә керетергә кәрәк. Мортаза Рәхимов 100 шәхес исемлегенә керҙе, тип БСТ күрһәткәне юҡ әле.

Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуған көнөн, үҙе ҡаршы төшһә лә, тыуған яғында үткәрергә кәрәктер, тип уйлайым. Билдәле артистар, яҙыусылар тәүҙә тыуған көнөн баш ҡалала — Өфөлә, шунан инде районына ҡайтып, тыуған ауылында үткәрәләр бит.

Тәүәкән ауыл хужалығы кооперативы хужаһына шуны әйтер инем: Урал Дамир улы, һеҙгә Мортаза Рәхимов фатихаһын биргәс, һеҙ уны хөрмәт итергә бурыслыһығыҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы тыуған көнөмдө үткәрмәйем, тиһә лә, һеҙ берәй яйын табып, тыуған яғында үткәрһәгеҙ ине. Олоғая башлаған кешенең ғәҙәте шулай, улар һәр ваҡыт: «Нәмәгә кәрәк ул, юҡ менән расходланып», - тип әйтергә ярата. Мортаза Рәхимов юғары дәрәжә биләһә лә, ябай кеше. Ә ябай кешенең ғәҙәте шулайыраҡ шул, «кәрәкмәй», «ярамай» тигән һүҙҙәре күп була. Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡташтары менән һөйләшкеһе, аралашҡыһы киләлер. Тыуған яғын һағынмаймы ни ул? Бәлки, оло кешенең ҡыш көнө йөрөгөһө килмәйҙер. Шулай булғас, йәй көнө үткәрергә кәрәктер. Урал Дамир улы, бөтәһе лә һеҙҙән тора. Тағы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улына иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. 90 йәшлек юбилейығыҙҙы ла ҡаршыларға яҙһын!
Читайте нас: