Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
7 Июня 2019, 11:28

Бирелмәгән орден

Былтыр «Юшатыр» гәзитендә Көйөргәҙе районының элекке Үрге Мотал ауылында тыуып үҫкән ауылдашым Йәғәфәр Сабир улы Туҡтаровтың «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителеп тә, уға был исемдең бирелмәүе хаҡында яҙылғайны («Юшатыр», 2018 йыл, №76).

Былтыр «Юшатыр» гәзитендә Көйөргәҙе районының элекке Үрге Мотал ауылында тыуып үҫкән ауылдашым Йәғәфәр Сабир улы Туҡтаровтың «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителеп тә, уға был исемдең бирелмәүе хаҡында яҙылғайны («Юшатыр», 2018 йыл, №76). Уның нәҫелдәше, атайым Уразғәли Муллағәли улы Туҡтаров менән дә шуға оҡшаш хәл булған: шәхси архивымда уны «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградаларға тәҡдим ителгән документ ҡәҙерләп һаҡлана. Унда «1944 йылдан 2-се Белоруссия фронты составында ҡатнашыусы ҡыҙыл флотцы Туҡтаров Гродно ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа үҙ автоматынан 25 фрицты атып үлтереп, взвод командирын яу яланынан ҡотҡарып алып сығыуҙа ярҙамлашты. Шулай уҡ Неман йылғаһын кискәндә арғы ярға иң беренсе булып сыҡты һәм уңайлы урын һайлап, башҡаларға ла йылғаны кисеп сығырға булышлыҡ итте. Ҡыҙыл флотцы Туҡтаров «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлауға лайыҡ.
Үтенес менән рота командиры лейтенант Мельников
Үтенес менән батальон командиры өлкән лейтенант Жданов», - тигән юлдар бар.
Был факт та районыбыҙ тарихы биттәренә өҫтәлер, унда үҙенең лайыҡлы урынын табыр, тип ышанам.
Читайте нас: