- Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ! Ауыр саҡта беҙҙең проблемабыҙға битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр арҡаһында беҙ Рәсәй гражданлығы һәм паспорт алдыҡ.
Иң тәүҙә өлкән улымдың класс етәксеһе Зилә Түләковаға оло рәхмәттәремде еткергем килә. Ул беҙҙе һаҡлаусы фәрештәбеҙгә лә, икенсе әсәйебеҙгә лә әйләнде. Нисәмә йылдар беҙҙең яныбыҙҙа булды, оло таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ ҙә ул. Шулай уҡ Яҡшымбәт мәктәбенең барлыҡ уҡытыусыларына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Улар ҙа һәр саҡ беҙҙе аңлап, ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Районыбыҙ хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, районыбыҙҙың Мәрхәмәтлек фонды директоры Айнур Ҡәҙемовҡа, Мәрхәмәтлек фонды Попечителдәр советы рәйесе Лилиә Михайловаға, районыбыҙҙың Ғаилә үҙәгендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә һәм һәр саҡ янымда булған дуҫтарымдың барыһына ла минең ғаиләмә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ. Бөтә ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәтте республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировҡа ла еткерәм. Һәр саҡ ярҙамынан айырмаған “Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафинға ла рәхмәт һүҙҙәрем бик ҙур. Мин ғүмеремдең аҙағына тиклем һеҙҙең барығыҙға ла рәхмәтлемен, - тине Гөлмирә Биксурина.