Тағы ла бер ваҡиға хəтерҙə уйылып ҡалған. Уңыш йыйыу башланһа, ауылда туй үткəрергə ярамай ине. Кинйəбай ауылында эшлəгəн йəш уҡытыусы кейəүгə сығырға булды, ə ярамай. Шул саҡта ла Эльза Сəмиғулла ҡыҙы менəн һөйлəштек, элек ауыл советтарында ЗАГС теркəлə торғайны. Ул, халыҡ күрмəһен өсөн, йəштəрҙе яланға саҡыртып, никахтарын шунда теркəне.