“Юшатыр” гәзитендә сыҡҡан “Цех, ерҙәр, эттәр һәм кәзәләр” (31 июль) мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, мин дә үҙ фекеремде яҙырға булдым.
Ни өсөн Покровкалағы мал һуйыу цехы банкротҡа ҡалды?
Улар эште алдан уҡ дөрөҫ ойошторманылар. Иң тәүҙә производствоны үҫтерергә кәрәк, бизнеста әйтем бар: “80 һум һалмайынса, 90 һум килем кермәй”. Мал һуйыу цехын ғына алайыҡ, Нух заманындағы талька тора. Улай булырға тейеш түгел. Малды, пульт менән идара ителгән электр кранлы балка күтәреп торорға тейеш. Хәҙер бер машина сыҡҡан, краны бар. Үлсәгес малды кран менән генә күтәрә һәм төшөрә. Шунан, мал һуйыу ойошмаһы килеп, үҙҙәре халыҡтан малды алып китергә тейештәр. Әйтәйек, мал 4 центнер булды икән, 3 процент ташлама – 12 кг минус. Бер килеп киткәндә кәмендә 4-5 баш алырға кәрәк. Алып ҡайтҡас, был малдарҙы лапаҫ (навес) аҫтына ҡуйып торорға кәңәш ителә.
Берәү үҙенең машинаһы менән ташыны, тик ул үлсәмәй көн һайын бишәүҙе алып китә. Аралашлыҡ итеүсе алып барып тапшырған һәм һуйҙырған өсөн 4 мең һум алып ҡала. Шуға һуйыу цехы ошо эште башҡарһа, үҙҙәренә отошло булыр ине. Минеңсә, малды һуйғас, ул һыуытҡысҡа керетеп эленергә, үпкә-бауырҙар, эсәктәр йыуылып, тояҡ-баштар өтөлөп, матурлап йыуылып, магазинға оҙатылһа бик яҡшы булыр.