Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
16 Сентября 2020, 14:00

Ниһайәт, аңыбыҙға килдекме?

“Юшатыр”ҙың 69-сы һанында сыҡҡан (28 август) “Ҡуштауыбыҙ, иңрәп-һыҡтауыбыҙ” мәҡәләһенә ҡарата килгән фекерҙәр.

Эльфрида ТАЛИПОВА, РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы:
- Яратып уҡыған “Юшатыр” гәзитенең был һанын айырыуса ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. “Ҡуштауыбыҙ, иңрәп-һыҡтауыбыҙ” мәҡәләһен йөрәкһенеп бер тынала уҡып сыҡтым. Сөнки республикала халҡыбыҙҙың төп байлығы – гүзәл тәбиғәтенең бер аҫыл ташы булған Ҡуштау тирәләй һуңғы ваҡытта ҙур “ығы-зығы” барҙы, ә беҙгә был хаҡта фәҡәт интернет аша ғына ҡолаҡҡа салынып ҡалды: Ҡуштауҙы ла Шахтау яҙмышы көтә икән! Рәсми мәғлүмәт сараларында – ләм-мим! Халыҡтың үҙ ере өсөн ҡалҡандай күтәрелеүен “юғарынан” нисегерәк “яҡтыртырға” ҡушыуын көткәндәрҙер, бәлки? Тик халыҡ батырҙары яу ҡырында ғына һыналмай бит ул, иң көсөргәнешле мәлдә һинән хас хәҡиҡәтте көткән халыҡҡа шуны еткереү ҙә беҙҙең заманда ысын-ысынында ҙур ҡаһарманлыҡ! Гәзиттең ике битен тултырып әлеге ваҡиғаны һәр яҡлап тасуирлап яҙған саҡта “Юшатыр” гәзите мөхәррире лә төрлөһөн уйлағандыр, шул иҫәптән үҙенең киләсәге хаҡында ла... Шулай ҙа уның таланты, тәбиғәтебеҙ хозурлығы хаҡында борсолоуы, ҡәләменең үткерлеге халыҡҡа дөрөҫлөктө асыҡлап яҙырға көс бирҙе, үҙ ерен яҡлап та юҡтан-бушҡа “экстремист”, “вахабит” исеме тағылып ҡулға алынған һигеҙ тиҫтә батыр егеттәребеҙ рәтенә ҡуйҙы...
Зилә ТҮЛӘГӘНОВА, Яманһары ауылы:
- Мин Яманһары ауылынан Зилә апай булам. Ҡуштау тураһында сыҡҡан мәҡәләне уҡып сыҡҡандан һуң рәхмәт әйтергә булдым. Беҙ башта был хәбәрҙе ишетмәнек, бер ни ҙә белмәй ултырҙыҡ. Ул тауҙа әллә нимәләр булып бөткән икән. “Юшатыр”ҙа статьяғыҙҙы уҡып барыһына ла төшөндөк. Шул тиклем аңлайышлы, асыҡ итеп яҙылған. Беҙҙең халыҡ ҙур батырсылыҡ күрһәтеп, беренсе тапҡыр шундай уңышҡа өлгәшеүҙәре өсөн ҡыуанып, хатта ғорурланып ултырам. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыйым.
Ғайнан АЛЛАБИРҘИН, Ермолаево ауылы:
- “Юшатыр” гәзитен яратып уҡыйым. Ул беҙгә мәғлүмәт биргән, яңылыҡтарҙы еткергән милли баҫма. Дөрөҫөн яҙаһығыҙ, шул яғығыҙ ныҡ оҡшай. Рәхмәт һеҙгә, артабан да шулай уҡымлы булып ҡалығыҙ. Бигерәк тә Ҡуштау тураһында сыҡҡан мәҡәләлә лә дөрөҫлөк ярылып ята. Хатта ҡайһы бер кешеләрҙең ысын йөҙҙәрен асҡанһығыҙ, нисек инде урында эшләп был теманы төптән өйрәнгәнем юҡ, тип яуаплайҙар, аптыраным шул хәлгә...
Тулы материал 74-се һанда.
Читайте нас: