Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
25 Сентября 2020, 13:30

Ғәйепләп китмәгеҙ

Кисә таң менән автобустарҙан торған беренсе колонна (296 кеше) Ҡаҙағстан яғына йүнәлде – юлды асҡандар.

Дин әһелдәре, мәрхәмәт ойошмалары, ябай халыҡ, властар – барыһы ла килгән халыҡҡа ҡулдан килгәнсә ярҙам итте – ашарға ташыны, палаткалар, башҡа кәрәк-яраҡ алып килде, бында ла ҡайһы берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе - беҙҙә лә мохтаждар күп, ниңә уларға ярҙам итмәйһегеҙ, ана, Түкәндә бер бомж бар, йорттан-йорҡа һоранып йөрөй, алып килегеҙ уға ла ярҙам.
Ҡыҫҡаһы, кисә таң менән автобустарҙан торған беренсе колонна (296 кеше) Ҡаҙағстан яғына йүнәлде – юлды асҡандар. Ҡалғандар үҙ сиратын көтә, барыһын да бер юлы ебәреп булмай, юлда тығындар барлыҡҡа киләсәк.
Район һәм ҡала тарихында яҙылып ҡалыр «Ҡырғыҙҙар” тип аталған китап битен яптыҡ. Хәйерле юл, туғандар, ғәйепләп китмәгеҙ.
Тулы материал 77-се һанда.
Читайте нас: