Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
20 Октября 2020, 18:00

Ҡырағай йәнлектәр ыҙалатһа

Ялан-ҡырҙарҙа сысҡан, йомран әҙәйгәнгә күрә, үҙҙәренә аҙыҡ эҙләп ҡырағай януар кеше торлаҡтары эргәһенә сыға, йорт ҡош-ҡорттарына һунар итә.

Ялан-ҡырҙарҙа сысҡан, йомран әҙәйгәнгә күрә, үҙҙәренә аҙыҡ эҙләп ҡырағай януар кеше торлаҡтары эргәһенә сыға, йорт ҡош-ҡорттарына һунар итә. «Юшатыр» редакцияһына шылтыратып, «Ауылыбыҙҙа төлкөләр ныҡ күбәйҙе. Һеҙгә бер яҙып та ҡараным, файҙаһыҙ, төлкөләр көпә-көндөҙ ауыл буйлап, прописанный һымаҡ, йөрөй. Теге саҡ 2 ҡаҙҙы ботарлағайнылар, бына яңыраҡ 10 өйрәктең башына еткәндәр. Нимә эшләргә?» Ошондай бәләгә тарыған Яҡуп ауылы халҡы аһ-зарын Ҡорбанғәле Сөләймәнов һөйләне (был турала мәғлүмәт гәзит биттәрендә 2 октярь көнө, 79-сы һанда баҫылды). Беҙ был шылтыратыу булыу менән Өфөгә һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына сыҡтыҡ: - Төлкөләр яфалай икән, район хакимиәтенә өндәшһендәр. Хакимиәт республика Экология министрлығына әйтә, ә улар беҙгә ҡағыҙ төшөрә. Шунан ғына егерь барып төлкөләрҙе ата ала. Унда ла ауыл эсендә атырға ярамай, кеше йәшәгән ерҙән 200 метр ара булырға тейеш. Ошондай яуап алдыҡ һәм Яҡшымбәт ауылы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовҡа һорау буйынса өндәштек.
- Әлеге ваҡытта, проблема буйынса ауыл халҡы исеменән район етәкселегенә сығырға юлдар эҙләйбеҙ, - ти Юнир Ирек улы. - Кем исеменә рәсми хат менән мөрәжәғәт итергә икәнен белешеп һорашҡас, заявка биреп ебәрәсәкбеҙ.
Тулы материал 84-се һанда.
Читайте нас: