Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
24 Января 2021, 12:48

Яманғолдар һыу һорай

Сантимер Мурсалимов: - д.Ямангулово. Сильно устарела вобопроводная система, участились постоянные порывы. Есть ли возможность заменить водопровод с пластиковыми трубами? Галина Майорова: - Сантимер, к сожалению, на сегодняшний день, нет такой возможности. Данное мероприятие требует больших финансовых затрат.

Шулай яуап бирҙе ауыл башлығы, денег нет, но вы держитесь. Яуап ныҡ таныш. Сынтимер ағай беҙгә лә кереп сыҡты йома көнө, беҙ уға тәҡдим иттек: яманһарылар, ыһ та итмәй, торбаларын үҙҙәре алмаштырҙы, экспертиза, тендер-мендер тип баш ватманы, һеҙ ҙә Яманһарыға эйәрһәгеҙ булмаймы? Бына беҙ нисек яҙған булғанбыҙ ул хаҡта.
Иҫке һыу торбаларын пластикка алмаштырыуға «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты буйынса 150 мең һум аҡса бүленгәйне, район бюджетынан да 150 мең һум аҡса бирергә мөмкинселек сыҡты. Яманһарылар үҙҙәре лә һәр йорттан 10-ар мең һум аҡса йыйҙы. Аҙаҡ трассанан йорттарына һыу үткәреү өсөн дә тағы шул тирәһе сығымдар булды. 4 км 190 метр оҙонлоғонда һыу торбалары үткәреүгә барлығы 1 млн 204 мең һум аҡса киткән. Ә 4 йыл элек Ермолаевоның Завод урамында 850 метр оҙонлоғондағы һыу торбаһын алыштырыу өсөн (проект, экспертиза, конкурстар менән бергә) 4 млн ярым һум аҡса киткән булған.
...Яманһарылар оло ҡыуаныс кисереп, һыу асыу тантанаһы уҙғарҙы. Сараға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район Советы секретары Әхәт Исламғолов, хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин килде. Мәртәбәле ҡунаҡтар менән ҡыуаныстарын уртаҡлашырға, уларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ауыл халҡы ла йыйылды.
– Ышанғы килмәй, шулай ҙа, ауырлыҡтарға ҡарамай, беҙ быны атҡарып сыҡтыҡ. Ең һыҙғанып эшкә тотонғанығыҙ өсөн, ауыл халҡы, һеҙгә рәхмәт. Беҙҙең башланғысты күтәреп алыусы район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улына рәхмәт. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит, барлыҡ ауылдаштарыбыҙ ҙа ярҙам итте.
Ауыл халҡының яртыһы булһа ла аҡса бирһә, тип башлағайныҡ, 84 йорттоң 78-е тапшырҙы, ә ҡалған 6 йортонда кеше йәшәмәй, хатта 7 мең һум ғына пенсия алған хаҡлы ялдағылар ҙа бер һүҙһеҙ ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинселек тапты, был ҙур ҡыуаныс, - тине Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова.
Читайте нас: