Азаматыбыҙҙың үле кәүҙәһе, ниһайәт, ҡоштар осоп барып етмәҫ яҡтарҙан ғәзиз еренә ҡайтып ятты. Үткән шәмбе Аҡһары егетен тыуған ауылы зыяратында хөрмәтләп ерләнеләр. Тыныс йоҡла, Азамат, урының ожмахтың түрендә булһын.
Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған ауылына алып ҡайтырға һәм уны мосолман ҡанундары буйынса ерләргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла йөрәк түребеҙҙәге оло рәхмәттәребеҙҙе еткергебеҙ килә.
Яңы Морапталдан сыҡҡан Тәбрис Бәшировҡа айырыуса рәхмәт. Ул Камчаткала эшләй, әлеге ауыр көндәрҙә уның ҡылған изге ғәмәлдәре баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ уның бер туғандары Тәбрик менән Таһир Бәшировтар ҙа оло ярҙам күрһәтте. Ошондай итәғәтле, кешелекле, ярзамсыл, тыуған яҡтарына ҡарата булған оло мөнәсәбәтле улдар үҫтергәндәре өсөн Фәрих абзый менән Лилиә апай Бәшировтарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Йәнә беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән Азаматтың класташтарына, бигерәк тә Марат Төхвәтуллинға, Руслан Ғәлиевҡа, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Аскар Кинжалиевҡа, барлыҡ ауыл советы хеҙмәткәрҙәренә, Аҡһары ауылы халҡына, беҙ белгән һәм белмәгән барлыҡ кешеләргә, “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән, беҙҙең доғаларыбыҙ ҡабул булып, Азаматыбыҙ тыуған еренә ҡайтып ятты. Ауыр саҡта матди ҙа, рухи ла ярҙам күрһәткәндәрҙең һәммәһенә лә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙгә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн Аллаhы Тәғәлә үҙегеҙҙе ҙурлаһын. Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек-hayлыҡ, именлек теләйбеҙ.
Азаматтың йәне йәннәттә, тар ҡәберҙәре киң булһын. Ул мәңге беҙҙең йөрәгебеҙ түрендә.