Башҡа ерҙә эҙләгеҙ

"Ялсыҡай ауылы урамының ҡап уртаһында ҙур соҡор пайҙә булды. Ике аҙна буйы ауыл пейзажына йәм өҫтәп ята. Көтәбеҙ, бына-бына күмеп ҡуйырҙар тип, юҡ, әллә ҡоролоҡта еләҫ булһын тип юрый күммәйҙәр.Ауылда кемдер эсеп йөрөпмө, нимә эшләп йөрөп, ҡайтмай, юғалыңҡыраһа, туғандары тәү сиратта ошо соҡорға килә, таяҡ тығып, төрткөләп ҡарайҙар -батып ятмаймы шунда? Һорау шул: был яһалма быуа юҡҡа сығырмы берәй ҡасан, әллә ҡаҙ бәпкәләре һуйырлыҡ булғансы, ошо күлдә йөҙөп һимереп үҫерҙәр тип ҡыуанып, беҙгә көҙҙө көтөргәме?" https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_52299

Теге көн сыҡты был һорау гәзиттә, ошо төркөмдә лә баҫылды. Ялсыҡай ауылындағы яһалма быуа тураһында ине ул. Ике аҙнанан артыҡ ята тинеләр, кешенең батып ҡуйыуы ла бар, берәйһе ҡайтмай, ҡайҙалыр олағып йөрөһә, ошо соҡорҙан эҙләйбеҙ...
Гәзиттә баҫылып өлгөрҙөмө-юҡмы, был соҡорға көн бөттө. Тигеҙләнеп ҡуйылды. Хәҙер кемдер кемделер юғалтһа, башҡа ерҙән эҙләһен.
Читайте нас