

«Айыҡ ауыл» конкурсында яҡуттар бәләкәй ауылдар категорияһында II урынға лайыҡ булды һәм 3 миллион һумлыҡ дәртләндереү бүләге алды. Был сумма ауыл өсөн файҙалы эшкә йүнәлтеләсәк.
«Сертификат аҡсаһын беҙ 3 төрлө йүнәлешкә бүлергә иҫәп тотабыҙ. Хоккей майҙансығында эштәр тамамланғас, паркты төҙөкләндерә башлайбыҙ. Бында эскәмйәләр, сәхнә урын аласаҡ. Тирмә ҡуйырға һәм үҫентеләр ултыртырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ, һыу менән тәьмин итеү селтәрен төҙөкләндермәксебеҙ. Ремонт эштәренән һуң йәй көндәрендә һыу менән проблема булмаҫ, тип ышанабыҙ»,- ти Данил Аҡылов, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ