Хәтерегеҙҙә булһа, был теманы Юшатыр гәзите күтәрҙе (оло быуын алдында оят бит, открытка биреп, фотоға төшәбеҙ ҙә вәссәләм).
Ҡыуаныслы яңылыҡ: бөгөн инәйгә газ индерә башлайҙар. Әлегә плитәһенә тиклем генә, 60 мең һумлыҡ сертификат килеп етмәгән, шулай ҙа газовиктар эшкә тотона. Шуныһы: инәй котелға аҡсам юҡ тип, уны алмаҫҡа тип ултыра. Лутсы ике арба утын алам. Ике арба утын шул котел хаҡы була ла баһа - ауыл башлығы Фәнис Рахманғолов кисә уны юбилейы менән ҡотлаған арала шулай тип әйткән. Инәй тыңлармы - белербеҙ. Ә әлегә - байрамың менән Ләлә инәй, бер нимәгә ҡарамаҫтан, иҫән-һау бул, күңелеңде төшөрмә.