Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
23 Октября 2021, 10:08

Ҡотлоюл әле йәшәй

- Беҙҙең ауылдың иң ҙур бәләһе һыу юҡлығы ине, ана йылға ағып ята, күрәһегеҙме? Шунда ҙур эштәр эшләнде, йылғаның ағымын үҙгәрткәс ауылыбыҙға һыу ҡайтты. Әлегә һыуһыҙ ултырғаныбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр, тик яҙғы ташҡында йылға йәнә йүнәлешен үҙгәртеп ҡуймаһын, тип ҡурҡып торабыҙ.

Ҡотлоюл әле йәшәй
Ҡотлоюл әле йәшәй

- Халыҡ кәмей шул, ни хәл итәһең. Әлдә әле хужалығыбыҙ бар, ауылда эш бар. Хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Мостафинға ҙур рәхмәт, ауылыбыҙҙы эш менән тәьмин итеп, ваҡытында эш хаҡын түләп, кәрәк ваҡытта гел ярҙамға килеп тора. Хужалыҡ булмаһа ауылыбыҙ бөтөнләй бөтөр ине. Бына былтыр өр-яңы фидлот төҙөп ҡуйҙылар, уныһына ла ҡыуандыҡ, ауылыбыҙҙа нимәлер төҙөлә икән, был тормош алға бара, хужалығыбыҙ йәшәй тигәнде аңлата, ҡыуанырға ғына кәрәк. Ҡасандыр гөрләп торған мәктәпте лә ябып ҡуйҙылар, уны төҙөгәндә ҡайһылай ҡыуанған инек, әлегә мәктәп йылытыла, ике йылдан ҡарарбыҙ тинеләр. Мәктәптең спортзалын кисен спорт уйындары уйнарға һорарға инек, ризалыҡ булырмы.

Материал тулы килеш гәзиттең йома һанында баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: