Гәзиттә барыһы ла дөрөҫ яҙылған, балаларҙы ашатыуҙа, эйе, ҡатмарлыҡтар булды. Ҡайһы бер мәктәптәр беҙҙән баш тартты - үпкә юҡ. Шулай ҙа бөгөн беҙ барлыҡ беҙҙең менән эшләгән мәктәп директорҙарына шылтыраттыҡ, хәлде аңлатырға тырыштыҡ.
Беҙҙә 15 кеше эшләй, шуларҙың 3 -һө генә эшкә йөрөй алды, ҡалғандары коронавирус менән сирләй. Хатта директорыбыҙ ҙа ауырый, телефонын шуға алмай. Ҡабатлап әйтәм: дәғүәләр урынлы, ғәйебебеҙҙе таныйбыҙ, әле эшселәребеҙ һауығып эшкә сыҡа башланы - артабан балаларҙы ас тотмаҫҡа тырышырбыҙ.