БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
2 Ноябрь 2021, 11:28

Түҙемлек сиге

Алдан хәбәр иткән ваҡиға бөгөн булды https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_62122 Бәләкәй Мусаның бәләкәй генә клубына халыҡ байтаҡ йыйылды - түҙемлектең сигенә еттеләр, ауылдарына ситтән килгән кеше көн күрһәтмәй, күпме ҡурҡып йәшәргә була?

Түҙемлек сигеТүҙемлек сиге
Түҙемлек сиге
Рәсми кешеләрҙән район башлығы, Советтан тыш, прокуратура, тәфтишсе, полиция начальнигы бар. 
- Берәй сараһын күрәһегеҙме-юҡмы, түҙер әмәл ҡалманы. Ул кеше беҙҙең илдең гражданы ла түгел, быауттар буйы йәшәгән халыҡ янына килеп, башбаштаҡлыҡ ҡыла. Һыуҙы урлай, электрҙы урлай, сүбен, мал ҡалдыҡтарын беҙҙең сүплеккә түгә, бер тин түләмәй уның өсөн, эттәре ауыл халҡын талай, малдар юғала... Былары ярай, беҙгә үлем менән ҡурҡыта. (Ул элек Күмертау ҡалаһында берәүгә шулай янғаны өсөн ултырып сыҡҡан). Һыуығыҙҙы ағыулайым ти. 
Кешенең аһ-зарын тыңлаған закон һаҡсылары, туҡтағыҙ, былай булмай, әйҙәгеҙ, бермәләп керегеҙ клубҡа, ҡалғандар тышта булһын, һәр берегеҙ ғариза яҙығыҙ, - тине. 
- Күпме яҙҙыҡ инде, юғала ла ҡуялар...
Район башлығы ла аптырашта:
- Ике йыл ошо теманы һөйләйбеҙ, алға китеш юҡ, әйҙәгеҙ, бергәләп сараһын күрәйек, был хәлгә нөктә ҡуйырға ваҡыт. 
- Яңыраҡ бер егетебеҙҙе ҡырға алып сығып киткәндәр, пистолет менән ҡурҡытып, үҙенә ҡәбер ҡаҙҙырғандар. Унан алда силос соҡоронда мәйет табылды https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_59078 Ишембай кешеһе тинеләр, ошо бәндәлә эшләп йөрөгән, әллә үлтереп ташлап китлеләр... Әмәлен табығыҙ, юғиһә, Бастрыкинға, Красновҡа, тағы әллә кемдәргә яҙабыҙ, видео төшөрөп ебәрәбеҙ...
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас