БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
16 Ноябрь 2021, 11:44

Бәлки, имсәк ҡаптырырҙар.

Ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, һөйләгәнсе, бер тапҡыр булһа ла күр. Хәйер, Яңы Таймаҫ ФАП-ын әллә нисә рәт күргән булды, бына хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйныса урынбаҫарына ла күрһәтәйек тип сығып киткән баш ине. 

Бәлки, имсәк ҡаптырырҙар.Бәлки, имсәк ҡаптырырҙар.
Бәлки, имсәк ҡаптырырҙар.
Данил Акилов ФАПтағы хәлдәрҙе күргәс, аптырашынан торған урынында йығылыр ҙа китер тип көтмәнек, шулай ҙа амбулаторияның күренеше унда һоҡланыу тыуҙырманы.
Мдәәә, - баштар сайҡалды, телдәр шартланы. Кем генә килеп ҡараманы инде уны, баш табип, райондың бер түгел ике башлығы ла килеп әйләнде. Балалар баҡсаһына күсерәйек булды бер тәҡдим - килеп сыҡманы, бына контора ла бер вариант ине - йәнә аптыраҡ. Ҡайһы бер райондар алтышар ФАП ҡуя йылына, исмаһам, береһен беҙгә бирһендәр ине. 
- Ярар, ҡайҙа ҡул етә, тел етә, бөтөн ергә яр һалырбыҙ, - ошондай һығымтаға килдек, ныҡ ҡысҡырып илаһаҡ, бәлки, имсәк ҡаптырырҙар. 
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас