Бөтә яңылыҡтар
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
16 Декабрь 2021, 10:30

Яҡшы һүҙ - йән аҙығы

Ниндәйҙер материал баҫылғандан һуң әрләүҙәр, тәнҡит кенә түгел (быныһы ла мөһим), маҡтауҙар ишетһәң, әллә кем булаһың.

Яҡшы һүҙ - йән аҙығы
Яҡшы һүҙ - йән аҙығы
Кемдер уҡыған, үҙ баһаһын биргән - журналист кешегә ошо иң кәрәге. Юлай Әмәкәсов менән булған әңгәмә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, фекерҙәр күп булды, Юлай Камил улы телефон өҙөлмәне, бигерәк тә Лилиә Фаил ҡыҙына күберәк шылтыраттылар тине беҙгә. СМС итеп яҙғандар бихисап булған. Бер фекерҙе беҙгә Ватсап аша ырғытты. Яҡшы һүҙ - йән аҙығы, йәнебеҙ, Ю. Әмәкәсовтыҡы менән бергә (уны ҡалай үргә күтәргәндәр!), туйып, кинәнеп ултыра. 

"Статьяны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым Юлай Камилович. Интервью бик тәрән мәғәнәле, уҡымышлы килеп сыҡҡан. Малик - профессионал! Һеҙҙең фекерегеҙ төплө, тос, уйланылған, шул уҡ ваҡытта тура һүҙлек һәм эскерһеҙлек уйылып ята. Иң мөһиме, замандың әсе елдәрендә һеҙҙең күңелегеҙ ҡатмаған, рухығыҙ һынмаған! Шуға күрә Һеҙҙе, оҙаҡ йылдар ситтә йәшәүегеҙгә ҡарамай, яҡташтарығыҙ онотмай, яҡшы һүҙ менән иҫкә төшөрә. Минең күңелдә лә Һеҙ юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙығыҙ! Профессиналь һәм кешелекле, ябай булыуығыҙ менән!"

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас