БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
18 Февраля 2022, 09:34

Йылы яҙылған

“Юшатыр”ҙың үткән һанында (11 февраль) сыҡҡан “Күршеләрем минең...” тигән мәҡәләне уҡып ҡыуандым һәм авторы булған Гөлбаныу Исхаҡоваға яратҡан гәзитем аша рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә булдым. 

Йылы яҙылғанЙылы яҙылған
Йылы яҙылған

Ул Венера Аҡсурина тураһында бик йылы итеп яҙған. Венера минең әнейемдең бер туған ағаһы Фәтихтың ҡыҙы ул. Ауыр һуғыш йылдарында улар Зәк-Ишмәткә күсеп китәләр, ә Венера әле Ялсыҡайҙа йәшәй. Бик матур ғаиләнән ул Венера, нәҫелдәре лә уларҙың һоҡланырлыҡ ҡына. Мин дә Гөлбаныу Исхаҡоваға рәхмәт әйтеп, уның яҙыуына ҡушылып Венераға именлек һәм һаулыҡ теләйем.
Миннур СӘЙФЕТДИНОВА, Абдул ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас