

Кисәге һорау байтаҡ ҡына шау-шыу ҡуптарҙы. Беҙ уны, йәмәғәт белһен, һорауҙары ҡалмаһын тигән ниәттә баҫҡайныҡ, талаш-тартыш булмаҫ, һорауға яуап булыр ҙа бөттө. Байтаҡ ҡына фекерҙәр, аныҡлау булды (шәхсән үҙебеҙгә лә яҙҙылар), һорау бар икән, тыныс ҡына яуап бирергә һәм, белеп, артабан йәшәргә кәрәк - хөсөтһөҙ генә. Хәҙер заман да икенсе - хәйерҙе телефон аша күсерергә була, беҙ үҙебеҙ ҙә әллә нисә тапҡыр шулайтҡан булды. Әле лә һораныҡ - телефон аша буламы - була тинеләр. Саҙаҡаны әреүәхтәр рухына тип бирәбеҙ, уларҙы шатландырайыҡ, ыҙғышмайыҡ.
Бына Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовтың әйткәне:
Фытыр-фидия сазаҡаларын нисек һәм ҡайҙа урынлаштырырға белмайһегеҙ икән, мөхтәсибәткә мөрәжәғәт итегеҙ.
Тулыһынса был һорауҙы асыҡлап бирәбеҙ. Быйыл мәсеттәрҙә фытыр-фидия саҙаҡаларҙы йыйыу буйынса мөхтәсибәт ҡарар сығарҙы:
Һәр мәсеттә фытыр - фидия саҙаҡалары өсөн айырым йәшник булырға тейеш, уны ревизион комиссия ҡултамғаларын ҡуйып, опечатать ителгән була.
Масеттең имамы Ураҙа байрамына йәмәғәт алдында отчет бирергә тейеш, купме аҡса йыйылды, кемгә һәм нисек ярҙам ителде.
Ҡалала фытыр-фидия саҙаҡаһы өсөн тәғәйенләнгән хәҙрәт бар. Саҙаҡаны тапшырыға теләгән кеше уға тапшыра ала. Хәҙрәт һәр бер килгән аҡсаны журналға яҙып ҡуя, доғаһын ҡыла. Отчет формаһында мәсеткә тапшыра.
Был ваҡыт хәҙрәт үҙенең яҡын кешеләренә изге ният менән яҙған, кеше саҙаҡаларҙын хаҡтарын белһен һәм бурыстарын үтәһендәр тип. Хәҙрәт яғынан ниндәй хата булды: саҙаҡаны уға ла тапшырырға була икәнен һәм ул отчет алып бара иканен апайға тулыһынса анлатып бирмәгәндер, моғайын.
Әлеге көндә 2800 һум йыйылған, һәр бер саҙаҡанын биреусеһе журналда тулыһынса яҙылған.
Туғандар, кешене ғәйепләр алдынан һәм бөтә кеше курһен тип мәғлүмәтте таратыр алдынан, тәүҙә ул кеше менән һөйләшеп алығыҙ, йә тулыһынса барлыҡҡа килгән хәл асыҡланыр".