БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
10 Апрель 2022, 03:59

Юя алмаҫлыҡ ваҡиға

"- Может быть Назаров вертолет принял? 

Юя алмаҫлыҡ ваҡиғаЮя алмаҫлыҡ ваҡиға
Юя алмаҫлыҡ ваҡиға

- Да, так и есть
- Так это информация не достоверная на вашем Эл. варианте
-  Получается так.  ИИИИ?
 - Пресса думаю должна довать достоверную информацию, а так получается кто что услышал, а что точно не понятно
-  Ясно
-  Люди вам верят. И доверяют. А это дорогого стоит. 
-  Мы звонили в Кумапп,  сказали приехал. Значит уберем материал. Вы теперь в цензуре что ли работаете?

-  Нет, просмотр обывателя, все лишь
- Рахмат." 
Бына шундай диалог. Йома көнө Күмертауға Хәбиров үҙе аяҡ баҫты тип яҙып, ауыҙ беште. Көнө буйы Ермолаевола көттөк башлыҡты, алдараҡ Күмертауға, заводҡа, килергә тейеш ине. Тегенән барып һорайбыҙ, бынан килеп төпсөнәбеҙ - ләм-мим, береһе бер ни белмәй. Көнө буйы Казарла ҡарап ҡайттыҡ, Башлыҡ булманы. Шылтыратмаған ер ҡалманы, аптырағас, заводтың үҙенә өндәштек (унда таныштар күп тә). Килде тинеләр, музейҙа булды, ашаны, поварҙарын үҙе менән йөрөтә икән тип тә асыҡлыҡ индерҙеләр. Инде материалды ҡуйып ҡайтып торһаҡ, береһе яҙа: килмәгән ул, Жириновскийҙы ерләргә киткән. Бот саптыҡ. Беҙ ҡырҙа йөрөп белмәй ҡалғаныҡтыр, ошонда, ҡалала ултырғандар, беләлер. Кумертауское времяға, коллегаларға шылтыратабыҙ: килгәнме, беҙ яҙҙыҡ та ҡуйҙыҡ. Килгән, тыныслан. 
Тынысландыҡ. Иртәгәһенә күҙҙе асыу менән бына ошондай диалог булды. Уҡыусыбыҙға рәхмәт, сәйәси хатаны төҙәттерҙе. Материалды юйҙыҡ та ташланыҡ. Нимәһе мөһим: Башлыҡ үҙе килмәһә лә, бына был КүмАППлағы ваҡиға тарихта әһәмиәтле ваҡиға булып ҡалыр. Уны бер нисек тә юйып булмаҫ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас