Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
12 Июля 2022, 11:08

Беҙ дөйә түгел

Әл дә үҙебеҙ менән диктофон йөрөтәбеҙ.  

Беҙ дөйә түгел
Беҙ дөйә түгел

Юҡҡа ҡай саҡ ҡыҙҙарҙы әрләйбеҙ: йөрөтмәгеҙ шул нәмәне, йәшһегеҙ бит, хәтерегеҙ яҡшы, нимә тип үҙегеҙгә өҫтәмә эш яһайһығыҙ, аҙаҡ сәғәттәр буйына, тегеләй былай әйләндереп, шуны тыңлап яфаланаһығыҙ, юҡ менән булаһығыҙ... Диктофон бәғзе мәл беҙҙе бәләнән ҡотҡара икән. Әле лә ул булмаһа, иҫбат ит үҙеңдең дөйә түгел икәнеңде. 

Үткән һанда Ермолаевонан Маяҡҡа табан барған юлдың сөгөдөр пункты янындағы араһы бик алама икәне тураһында яҙылды. Район хакимиәтенән беҙгә: ул ерҙә элек торба ятҡан, был торбаны эшҡыуар Азамат Яҡшыбаев алған да киткән, хәҙер шунлыҡтан һыу йыйылып, асфальтты эшлектән сығара, тигәйнеләр.... 
Азамат Сөләймән улы бик риза булмаған был хәбәр менән, бөгөн беҙгә килде, "Юшатыр"ға интервью биргән район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Юнир Мәзитов менән. 
- Йә, кем алданы, унда бер ҡасан да торба булғаны юҡ, был ерҙән беҙ биш йыл буйы йөрөмәйбеҙ, аҡ эт бәләһен миңә япҡанһығыҙ, ҡараҡ булып сыҡҡанмын...
Эшҡыуарҙың зитына ныҡ тейгән был материал, беҙ ҡулдарҙы ғына йәйеп ҡотолорға ине. Диктофон ярҙамға килде. Һүҙмә-һүҙ, нимә әйткәндәр, шуны яҙғанбыҙ. Юнир Хәсән улы А. Яҡшыбаевтан ғәфү һораны, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа ғәфү үтенәбеҙ - кем нимә әйтә, бер һүҙ өҫтәмәй, шуны яҙабыҙ. Шулай ҙа беҙ дөйә түгел.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: