Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
20 Сентября 2022, 16:23

Ҡояш сағылдырған

Кисә БРГИ янында бала бәләгә тарыған тип яҙғайныҡ. 

Ҡояш сағылдырған
Ҡояш сағылдырған

https://youshatir.ru/articles/borsouly-kh-l/2022-09-19/i-n-gen-bul-bala-ay-2955038

Иҫән генә булһын, балаҡай, тип теләнек. Бөгөн был хәл тураһында аҙмы-күпме билдәле булды.
Кисә иртән УАЗ Pickup машинаһы руле артында китеп барған 1976 йылғы водитель (янында ҡатыны ла була), күҙен ҡояш сағылдырыу сәбәпле, йәйәүле баланы абайламай. Ҡыҙ шәп бара ине тип аңлата водитель үҙе. БРГИға тиклем яҡынса 100 метр ара ҡалғас, йәйәүлеләр сыға торған ерҙә баланы бәрҙерә, 2007 йылғы уҡыусы ҡыҙҙың аяғы һынған, тип белдерҙеләр беҙгә ГИБДД-нан. Йәрәхәтләнгән бала әле дауаханала.
Теләгебеҙ һаман шул: имен генә бул, балаҡай.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: