Все новости

ОЯҺЫНДА НИ КҮРҺӘ…

Үҙебеҙҙең районда һәм ҡалала тыуып үҫкән егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҡайҙа ла һынатмай.

Үҙебеҙҙең районда һәм ҡалала тыуып үҫкән егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҡайҙа ла һынатмай.

Күмертау егете Азат Назаров та шулар иҫәбендә. Ул Калининградта, Балтика диңгеҙ авиацияһында, офицер, өлкән лейтенант. Илебеҙҙең әллә ҡайҙағы ситендә булһа ла, тамырҙарын онотмай Азат. Бына яңы ғына Калининградта үткән “Һабантуй – 2018” байрамында ҡатнашҡан ул. Матур итеп ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаған. “Моңло ҡурай” тигән композицияны ла тамашасылар яратып тыңлаған. Яҡташыбыҙ көрәшеп һарыҡ та алған әле һабантуйҙа.

Азаттың ҡалалағы Республика политехник лицей-интернатында уҡығанда уҡ ҡурайҙа уйнап, төрлө бәйгеләрҙә, көрәштә ҡатнашып йөрөгәне хәтерҙә. Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡығанда, тырыш егет бер юлы хәрби кафедраны ла тамамлап өлгөрә. Ҡулына диплом алған Азат үҙе тураһындағы резюмыны Калининградҡа ебәрә. Уны шунда уҡ, биш йылға килешеү төҙөп, эшкә алалар. Сибай ҡыҙы Әлфинә менән никах уҡытҡас, яңы ғына ғаилә ҡорған йәштәргә хеҙмәткәрҙәр өсөн төҙөлгән йорттан фатир ҙа бирәләр. Килешеү буйынса хәрби часть, йәштәр үҙҙәренә фатир алһын өсөн, эш хаҡынан тыш ай һайын өҫтәмә 20 мең һум күсереп бара икән.

- Калининградта эшләп йөрөүемә быйыл ике йыл тула. Йылына бер йә ике тапҡыр тыуған яҡҡа ҡайтып йөрөйбөҙ. Бында ныҡ оҡшай, менталитет беҙҙәгенә ҡарағанда айырыла. Шулай ҙа беҙҙә кешеләр саф күңелле, ҡунаҡсылдар, дуҫлыҡ хистәре өҫтөнөрәк.

Бында ла үҙебеҙҙең башҡорттарҙы осратырға була. Һабантуйҙа ла күп кенә яҡташтарым менән таныштым. Минең менән бергә башҡорт егете летчик булып хеҙмәт итә. Отставкала булған подполковник ағай ҙа беҙҙең яҡташ. Тағы ла Сибай ҡалаһынан бер башҡорт апайы менән аралашабыҙ, ул балаларҙы башҡорт бейеүҙәренә өйрәтә. Ә һабантуйҙа ҡурайҙа уйнауым барыһына ла ныҡ оҡшаны. Яныма килеп ниндәй музыка ҡоралы ул, тип ҡыҙыҡһындылар. Һин ниндәй милләттән, ҡорал ниндәй милләттеке, тип тә ҡабат-ҡабат һораусылар күп булды.

Көрәштә еңеп һарыҡ алыуым да шатлыҡ булды. Ул һарыҡты ҡорбан итеп салдыҡ, барыбҙға ла етте”, - ти Азат Назаров.

Афарин Азат, артабан да шулай рухлы булып ҡал.


Читайте нас: