Все новости

Ауыр булһа ла күңелле

Ошо аҙнала студенттар көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Ғинуар айында билдәләнгән был байрам алдынан беҙ ҙә үҙебеҙҙең студенттарыбыҙ менән бәйләнешкә сығып, уларҙың хәлдәрен белештек.

Ошо аҙнала студенттар көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Ғинуар айында билдәләнгән был байрам алдынан беҙ ҙә үҙебеҙҙең студенттарыбыҙ менән бәйләнешкә сығып, уларҙың хәлдәрен белештек.
Гүзәл САФАРОВА, Илкәнәй ауылы:
- Мин БДПУ-ның физика һәм математика факультетында уҡыйым. 1 курста булғас ауырыраҡ, сөнки беҙ мәктәптә каникулдарға өйрәнгәнбеҙ, ә юғары уҡыу йорттарында йылына ике тапҡыр ғына оҙайлы ял бирәләр. Минең менән бер төркөмдә Күмертауҙан Әлиә һәм Ермолаевонан Карина исемле яҡташ ҡыҙҙар ҙа уҡый. Ятаҡта ҡыҙҙар менән йәшәйбеҙ. Студент булыуы ауырыраҡ булһа ла күңелле. Айына 3 мең стипендия алабыҙ, аҙаҡ тағы ла 3 мең соиаль стипендия бирәләр. Атай, әсәйем дә аҡса ебәреп тора.
Салауат ХӘЙБУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы:
- Мин Өфө дәүләт авиация-техник университетында белем алам. Һинең ниндәй студент булыуың үҙеңдән тора, әлбиттә. Әгәр тырышһаң, шундай абруйлы юғары ВУЗ-да уҡыуҙың бер ни ауырлығы ла юҡ. Әҙме-күпме ҡулға стипендияһы ла кереп тора. Ошо уҡ уҡыу йортонда ауылдашым, класташым Лиана Сәлтәшева ла уҡый. Аллаға шөкөр, баш ҡалабыҙҙа райондаштарыбыҙ ҙа, дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Быйыл аҙаҡҡы курстамын. Ҡулыма диплом алғас, күңелемә ятышлы эш урыны табырмын, тип уйлайым.
Читайте нас: