Все новости

Батыр - арыҫландар

Был көндə ҡаланың Еңеү паркында тағы ла бер иҫтəлекле урын, яугир-десантсыларға һəм махсус вазифа ғəскəрҙəренə һəйкəл асыу сараһы булып үтте. Уны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһəткəн дүрт егет Олег Фролов исеменəн Почет грамоталары менəн бүлəклəнгəн. Улар араһында Марат Сəғитов та бар.

«Һауа десантына 90 йыл» стеллаһын проектлап, тормошҡа ашырыу июль айында башланды, - тип хəбəр итте Марат Рəфҡəт улы. - Ул заказ буйынса Ырымбур ҡалаһында эшлəнде. Һəр телəгəн кеше ярҙам итеп, үҙ өлөшөн индерҙе, аҡса йыйылды. Был эште ойоштороусы Владимир Калугинға, əүҙем ҡатнашҡан егеттəргə, беҙҙең эште күргəн ҡала Хакимиəте етəкселегенə рəхмəт һүҙҙəремде белдерəм. Ил тыныслығы, барыбыҙға ла аяҙ күктəр, ə йəш десантсыларға һəр саҡ ергə йомшаҡ төшөүҙəрен телəйем.
Тулы материал гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: