Гөлсөм Ханбәкова Стәрлетамаҡта йәшәй. Ҙур ҡалала йәшәһә лә, беҙҙең күбебеҙ кеүек, ауылдан сыҡҡан ҡыҙ ул –Көйөргәҙе районы Абдул ауылынан. Яҙмыш тормош юлын шулайыраҡ бора: ул ике улын бер үҙе тәрбиәләй. Данил менән Динисламдың ҡулынан килмәгән эштәре юҡ (бына кем тураһында икән етмеш төрлө һөнәр мәҡәле). Шкатулка яһайҙар, был һөнәргә һәр малай тотонмай, һис юғы, ултырғыс яһай алалар, шкатулка эшләү айырыуса оҫталыҡ, матурлыҡты тойоуҙы талап итә. Матурлыҡты тойорға малайҙарға үҙе лә матур әсәләре өйрәткән. Спорт тигәндән, егеттәр каратэға ылыҡҡан, Брюс Ли кинолары күптән онотолдо, шулай ҙа, яңы быуын көрәштең был төрө тураһында онотмай икән, төрлө хәл була, әсәне улар яҡламай, кем яҡлаһын? Бассейнға йыш йөрөйҙәр – ир кешегә йөҙә белеү ҙә кәрәк.
Күберәге ҡалала йәшәһәләр ҙә, ауыл –ауыл инде, Абдулға уңайы булған һайын ҡайтып торалар. Ауылда шкатулка яһап ултырырға ваҡыт юҡ, баҡса, һыйыр, тауыҡтар көтөп тора. Малайҙар хатта һыйыр һауырға ла өйрәнеп алғандар, Гөлсөмдөң дә, өләсәләренең дә ҡулдарын йәлләйҙәр.
“Яңғыҙ ҡатын – яңғыҙ ҡайын», тип йырлай Салауат Фәтхетдинов, дөрөҫ йырламай, Гөлсөм Ханбәкованы яңғыҙ ҡайын тимәҫһең, бөгөлмәй ҙә, һығылмай ҙа - янында ышыҡлап торған имәндәре бар.