Азамат йыр-моң менəн генə йəшəмəй. Уның ҡулынан килмəгəн эше юҡ. Төҙөлөш серҙəрен өйрəнеп, улыбыҙҙың офисын икəүлəп еренə еткереп, бик оҫта итеп ремонтлап ҡуйҙылар. Ремонт ваҡытында, ишек алдында эшлəп йөрөгəндə, таныштар, Азамат, һин йырлап, баянда уйнап ҡына йəшəйһең икəн, тиһəк, ошондай ҡара эштəрҙе лə эшлəй белəһеңме ни, тип уйынлы-шаяртып үтеп китəлəр ине.