Все новости

Күңелең йыһанға осһон

Һай үҙебеҙҙең ҡыҙҙар! Улар тураһында ҡалаҡҡа һал да йот ти халыҡ. Һылыуҙар бигерәк. Шуға ҡайҙа матурлыҡ конкрусы бара, унда мотлаҡ беҙҙең ҡыҙҙар ҡатнашып йөрөй.

Сәйфуллина Ләйсән. Ҡалта ауылы. Тиҙҙән ошолайтып ҙур сәхнәләрҙән иғлан ишетәсәкбеҙ. Был һүҙҙәр генә булмаҫ иғланда, иң матур, иң талантлы ҡыҙ тип тә өҫтәрҙәр. Юшатыр һыуын эсеп, Киров хужалығы үҫтергән бәрәкәтле икмәкте ашап үҫкән ҡыҙ тип тә әйтерҙәр, бәлки. Ҡайҙа әйтәләр? Салауат ҡалаһында, драма театры сәхнәһендә. Бында 12 апрелдә Һылыуҡай конкурсы була, унда Ләйсәнебеҙ ҡатнаша. Әмәлгә ҡалғандай, Космонавтар көнөнә тура килә, ракетаға ултырып, космосҡа осмаһаң да, шатлығыңдан күңелең йыһандарға күтәрелһен, Ләйсән. Уңыштар һиңә!
Читайте нас: