Все новости

Тере ҡуллы

Изге айҙа бик изге ғәмәл башҡарғандай булдыҡ. "Кем иң шәбе?" тип аталған һорау алыу тамам булды https://vk.com/event203693053. Унда Яҡшымбәт ауылы башлығы Юнир Сынбулатов еңде. Бүләкте биреп ҡуйыу зарур ине, иртә таңдан уҡ ҡуҙғалдыҡ, беҙҙең эш, ярар, ҡасмас, силсәүит эше тынғыһыҙ, тиҙ генә тапшырайыҡ та - юлға, кешене мазаһыҙлап ултырмайыҡ.

Тик бер ултырғас, тиҙ генә тороп китеп буламы ни, һөйләшеү байтаҡҡа һуҙылды. Юнир Ирек улы уңайһыҙлана, иң шәбе тип, һеҙ бигерәк, башҡа башлыҡтарҙың да эше шул, ал да юҡ, ял да юҡ, бер йөктө тартабыҙ.
Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте ҡыҙҙары ла янға инде, ҡараңғы һымаҡ бүлмә яҡтырҙы ла китте, йонсоу көн йөҙөн асты.
- Әл дә бына ошо ҡыҙҙар бар, - Ю. Сынбулатов уларға яратып ҡарай, - уларһыҙ мин - тере ҡулһыҙ.
Юнир абзыйҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла ихлас ҡотланыҡ. Артабан да тере ҡуллы булып, изге ғәмәлдәр ҡылып, эшләргә-йәшәргә яҙһын.
Юнир Ирек улы менән тулы әңгәмә иртәгә гәзиттә сыға.
Читайте нас: