Все новости

Менеү

Уның кәйефһеҙ сағын күрмәҫһең, гел шат, гел күтәренке күңел менән йөрөр. - Хәлдәр нисек?-Ат тотоп менерлек.Бындайҙар айғыр ғына түгел, айыуҙың үҙен тотоп менер.

Мининур Шәрипова. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, дәртле итеп йәшәй ята. Ете бала әсәһе. Бына бөгөн дә, өмә тигәс, иң тәүгеләрҙән булып килгән. Зыярат янында өр-яңы будка тора, кинйәләр үҙ көсө менән төҙөгән уны, тиҙҙән мейес тә ҡуябыҙ тиҙәр. Шул будканың фронтон-ғәләмәтен буярға кәрәк.
- Кем менә?
Ирҙәр ҡараштарын йәшерҙе, кемһелер телефонына үрелде - ҡатын срочно звонить ит тигәйне.
Мининур менде. Менде лә буяп та төштө. Быны күргәс тә йөҙгә йылмайыу ятты. Афарин, Мининур, һәр саҡ шулай өҫтә булып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: