С. Сатыбаев һәм Н. Варнавский етәкселегендә был отряд изге эштәр башҡарҙы (уларҙың беренсе сәфәре түгел был). Һуғыш яраларын һаман һаҡлаған ерҙәр аша үтеп, эҙләнеү эштәрен алып барҙылар. Һөҙөмтә яҡшы: 15 яугирҙең кәүҙә ҡалдыҡтарын тапҡандар, 10-һы румын булған (беҙгә ҡаршы алышҡандар инде). Араларында беҙҙең һуғышсылар ҙа булған - Киров өлкәһенән һәм Алтай крайынан.
Кемдер әйткән: ерҙә һуңғы һалдатҡа тиклем ерләнмәһә, һуғыш әле бөтмәгән тип. Илгә тыныслыҡ алып килергә йөрөһөгөҙ, егет-ҡыҙҙар, афарин, һеҙ үҙегеҙ - батырҙар.