Эш былайыраҡ. Яҡшымбәт ауылынан сыҡҡан бер кеше Испанияла йәшәй. ASTRA PROPERTY INVEST S.L тип аталған фирма (мәрхәмәт фонды тип аңланыҡ) эшләй. Ире менән бергә. Бөтөн донъя буйлап ҡарағай ултырталар икән - һәр аҡсалы кеше тиерлек ниндәйҙер файҙалы эш менән шөғөлләнә: Сулпан Хаматова сирле балаларға ярҙам итә, Ди Каприо - юлбарыҫтарға. Бында ла шулайыраҡ. Бер заман беҙҙекеләр һиҙеп ҡала, Европала беҙҙең яҡташ йәшәй, Яҡшымбәткә лә ярҙам итмәҫме икән? Апайыбыҙ үҙе лә, бәлки, тәҡдим иткәндер, ғүмер тиҙ уҙа - тыуған ауылға ярҙам итеп ҡалайым. Баҡһң, был фирма бөтөн донъя буйлап ағас ултырта, ә Рәсәйҙә бер генә төп ултыртҡаны юҡ. Ҡыҫҡаһы, һөйләшеүҙәр китә, Свидетель Милосердия фонды эшкә егелә, мең бәлә менән (тегендә евро ла доллар хакимлыҡ итә, Ә Мораҡта ҡайҙан булһын ундай валюта?) аҡса күсә. 500 мең һумдан артыҡ. Башланған эш -бөткән эш, бына ҡарағайҙар, Яҡшымбәтте матурлап, ултыртылды ла. Ошоноң менән эш тамаммы? Юҡ. Аҡ мәсет. Ул күптән ремонт көтә, аҡса көтә, Башҡортостанда бындай мәсеттәр 4-әү генә (был турала әллә нисә яҙҙыҡ). Елле генә манара кәрәк. Матур булһын, әллә ҡайҙан ялтырап күренеп ултырһын. Тиҙҙән була, Алла бирһә. Испания ярҙамға килһә. Ә ул киләм ти. Манараның хаҡын, теүәл итеп, ҡысҡырып әйтмәйбеҙ (бер нисә миллион булыр), ә ниңә Яҡшымбәткә бар, беҙгә юҡ, тип әйтүеҙәр башланыр. Әйткәндәй, был яҡташыбыҙ бер ниндәй Атайсал-ғәләмәткә кереп тормаған, уның барлығыҙ да белмәйҙер, тотҡан да ярҙам итәм тигән. Изге күңелле кеше өсөн Атайсалмы -нимә тигән программа булыуы мотлаҡмы - юҡ. Атайсал уның йөрәгендә.