Все новости

Намыҫ менəн

"Хөрмəтле Рита Наил ҡыҙы! Һеҙҙең улығыҙ Альберт хеҙмəт иткəн Һауа-космос көстəре ғəскəре Ватаныбыҙҙы һаҡлау буйынса алғы рəттəрҙə тора. Шуға ла был ғəскəрҙə хеҙмəт итеү һəр һалдатҡа юғары əҙерлек, намыҫлы, дисциплинар, эшһөйəр, грамоталы, маҡсатҡа ынтылыусан кеүек талаптарҙы юғары ҡуя. Альберт Руслан улы хеҙмəт итеү дəүерендə үҙен тап юғары баһалар менəн күрһəтте, ротала һəр саҡ үрнəк булып торҙо һəм уға лайыҡлы рəүештə ефрейтор исеме бирелде".

Районыбыҙ һəм ҡалабыҙ егеттəренең əрмелə хеҙмəт иткəн ерҙəренəн Рəхмəт хаттары күплəп килеүе ҡыуандыра. Яңыраҡ тағы бер егетебеҙҙең намыҫлы хеҙмəте өсөн Рəхмəт хаты килде. Күмертау ҡалаһында йəшəүсе Рита Миһранова улы Альберт Миһранов хеҙмəт иткəн 61996 хəрби часть командиры, полковник Д. Хороньконан Рəхмəт хаты алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Һалдат, дөрөҫөрәге, ефрейтор тураһында материал үткән һанда сыҡты.
Читайте нас: